Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2023, 10:12

Бауырҙы нисек таҙартырға?

Ошо шифалы эсемлек бауырҙан токсиндарҙы сығарып, организмды витаминдар менән туҡландырып, дөйөм хәлде яҡшыртыр.

Бауырҙы нисек таҙартырға?
Бауырҙы нисек таҙартырға?

Уны әҙерләү өсөн кәрәк:
Бер ус яңы өҙөлгән бөтнөк (мята) япрағы,
бер лимондың һуты,
бер әфлисун һуты,
өс ҡалаҡ бал,
бер литр һыу.

💧Утта йылытылған һыуға бөтнөк япрағын һалып, һүлпән утта биш минуттай ҡайнатабыҙ. Шунан, утты һүндереп, һыуҙы бүлмә температураһына саҡлы һыуытабыҙ. Шунда берәр лимон һәм әфлисундың һутын, бал ҡушып яҡшылап болғатабыҙ ҙа һөҙөп алабыҙ. Шифалы төнәтмә әҙер! Был эсемлек ағыуланыу осрағында ла килешә, ашҡаҙан-эсәк юлына ла яҡшы тәьҫир итә, һыуһынды ла ҡандыра.

Бауырҙы таҙартыу өсөн көнөнә бер стакан ас килеш эсеү кәңәш ителә.

Әлбиттә, һәр осраҡта ла алдан табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа кәрәк! Сәләмәт булайыҡ!

https://vk.com/bashkortvk "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән алынды.

Бауырҙы нисек таҙартырға?
Бауырҙы нисек таҙартырға?
Автор:
Читайте нас: