Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре хәбәр итеүенсә, төркөм составында отпускыла булған ҡотҡарыусылар бар, улар үҙҙәре ярҙам күрһәтергә теләк белдергән.
Ирекмәндәр емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләрҙе эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән этте командировкаға алған. Торин ҡушаматлы эт бер нисә тапҡыр ҡотҡарыу операцияларында ҡатнашҡан. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҡотҡарыусы эт Торин «Мой ласковый и нужный зверь» халыҡ-ара премияһында ҡатнаша.
Төрөктәр социаль селтәрҙә республика етәкселегенә һәм битараф ҡалмаған яҡташтарыбыҙға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән.
Тиҙҙән Башҡортостандан 80-гә яҡын ҡотҡарыусы Төркиәгә юллана, тип билдәләнеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Төркиәлә ҡорбандар һаны 12 391 кешегә еткән, 63 меңгә яҡыны яраланған, тип хәбәр итә урындағы Anadolu агентлығы.