Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2023, 12:55

Яңы өҙөлгән ҡыяр файҙалыраҡ

Ҡыярҙа бәхет гормоны – серотонин бар. Шуға күрә был йәшелсәне кәйеф төшкәндә, арығанда һәм депрессия ваҡытында ашарға кәңәш ителә.

Яңы өҙөлгән ҡыяр файҙалыраҡ
Яңы өҙөлгән ҡыяр файҙалыраҡ

Диетологтар ауырлыҡты кәметеү, шештәрҙе бөтөрөү һәм тиренең торошон яҡшыртыу өсөн яңы өҙөлгән ҡыяр ашарға кәңәш итә.
Белгестәр әйтеүенсә, ҡыяр организмды таҙартырға һәм аш һеңдереү системаһы эшен нормалләштерергә, целлюлиттан ҡотолорға ярҙам итә.
Был йәшелсә 95 процент һыуҙан тора, ҡалған биш проценты клетчатка тәшкил итә. Ҡыяр шулай уҡ май барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулай торған тартрон кислотаһына да бай.
Ҡыярҙы таҙартмай ғына ашағыҙ. Уның ҡабығында К, А, С һәм В витаминдары, шулай уҡ тимер, калий, фосфор, баҡыр һәм магний минералдары бар.

Сығанаҡ:https:https://vk.com/auyl_utary

Яңы өҙөлгән ҡыяр файҙалыраҡ
Яңы өҙөлгән ҡыяр файҙалыраҡ
Автор:
Читайте нас: