1 февралдән Рәсәй магазиндарында һатып алыусыларға ҡулланыу ваҡыты үткән тауарҙарҙы һатыуҙы блокировкалаған технологияны ҡуллана башланылар. Был тест рәүешендәге эксперимент ете ай буйына барасаҡ.
Экспериментта ҡайһы бер һөт аҙыҡ-түлектәре, шул иҫәптән балаларға тәғәйенләнгәндәре, шешәләргә тултырылған эсәр һәм минераль һыу, һыра, ҡайһы бер аҙ алкоголле эсемлектәр һәм башҡалар “ҡатнаша”.
Был сараның төп маҡсаты – сауҙа “нөктәләре” һәм мотлаҡ маркировкалауға тәғәйенләнгән тауарҙар әйләнешенә мониторинг мәғлүмәт системаһы араһында мәғлүмәттәрҙе алмашыу механизмын булдырыу. Рәсәй Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, был һынау уңышлы үтһә, законһыҙ сауҙа әйләнешендәге йәки файҙаланыу ваҡыты үткән тауар касса аппараты (улар ошондай программа менән тәьмин ителгән) тарафынан блокировкаланасаҡ.
Фото: 64parallel.ru
https://bashgazet.ru