Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2023, 13:05

Йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде

2 февралдә Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль район Советында V саҡырылыштың XXII ултырышы булды

Йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде
Йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде

Ултырышта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Муниципаль берeмектәр менән тәғәйенләүҙәр буйынса идараһының урындағы үҙидарә органдары менән эш бүлегенең баш кәңәшсеһе Наил Әбелхужин, район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары, район хакимиәтенең бүлек начальниктары, район прокуроры, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждение hәм ойошма етeкселәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, ветерандар, дини конфессиялар вәкилдәре hәм район активы ҡатнашты.

Ултырыш башланыр алдынан ҡунаҡтар hәм саҡырылғандар Мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡуйылған күргәҙмә менән танышты, унда грант проекттарында еңеүселәр, мәғариф учреждениелары үҙҙәренең ҡаҙаныштарын тәҡдим итте. «9 рота» эҙләнеү отрядының ҡаҙыу эштәре барышында табылған экспонаттар иғтибарҙы йәлеп итте. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләр ғәҙәттәгесә район Советы рәйесе Юрий Павловтың Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль район Советының 2022 йылдағы эшсәнлеге hәм район хакимиәте башлығы Артур Зариповтың 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль район хакимиәте эшсәнлеге hәм 2023 йылға бурыстар тураһындағы отчеты булды. Артур Мөхлис улы район хакимиәтенең эше, барыһынан да бигерәк, иҡтисадты нығытыуга, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, уны социаль яҡлауға йүнәлтелгән ине, тип билдәләп үтте. Райондың барлыҡ ойошмалары hәм инициативалы кешеләренең тырышлығын берләштереп, билдәләнгән төп пландарҙы тормошҡа ашыра алдыҡ.

Йыл һөҙөмтәле булды. Әммә ҡайһы бер өлкәләрҙә ағымдағы йылда хәл итәһе мәсьәләләр hәм бурыстар күп, бының өсөн барлыҡ көстәрҙе hәм мөмкинлектәрҙе мобилизациялап, сығыш яһаусыларҙың докладтарында патриотизм, махсус хәрби операция үткәреү, һуғышсыларға hәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү темалары ҡыҙыл еп булып уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар махсус операция барышында hәләк булған яҡташтарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Фәдис Аллаяров, Рәмзәл Нәфиҡов, Марат Вәлишин, Ришат Низамов, Илнур Хисаметдиновтың  батырлығы беҙҙең хәтерҙә мәңгe һаҡланыр, ил тарихында hәм Ватанға һөйөү hәм тоғролоҡ өлгөһө булыр.

Динар Заhит улы hәм Салауат Фәттәх улы үҙ сығыштарында, райондың үҫеш алыуын, уның халҡы өсөн барыһы ла эшләнеүен билдәләп үтте. Билдәләнгән пландар тормошҡа ашһын, тип теләне. Сессия йомғаҡтары буйынса депутаттар корпусы тарафынан Совет ҡарары бер тауыштан ҡабул ителде. Район советы ултырышы намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бүләктәр тапшырыу, ирекмәндәрҙе хөрмәтләү менән тамамланды.

Ирина ФОМИНА.

Йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде
Йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде
Йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде
Автор:
Читайте нас: