Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2023, 11:18

«Йыл уҡытыусыһы» — конкурс ҡына түгел, ул — тормоштоң бер этабы

«Йыл уҡытыусыһы-2023» конкурсының муниципаль этабы ярыштары һөҙөмтәләре буйынса Екатерина Адеева еңеүсе  булды

«Йыл уҡытыусыһы» — конкурс ҡына түгел, ул — тормоштоң бер этабы
«Йыл уҡытыусыһы» — конкурс ҡына түгел, ул — тормоштоң бер этабы

Был конкурс быйыл — Остаз hәм педагог йылында айырыуса актуаль. Бишбүләк районында «Йыл уҡытыусыһы-2023» педагогик оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы тамамланды, унда йәмғиәт белеме уҡытыусыһы hәм Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктeбенең «Yҫеш нөктәһе» Yҙәге етәксеһе Екатерина Викторовна Адеева ҡатнашты. Конкурсанттар үҙҙәренең белем биреү ойошмалары коллективтарын лайыҡлы тәҡдим итте, барлыҡ һынау этаптарын да лайыҡлы үтте: асыҡ дәрестәр үткәрҙеләр, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар, белем биреү hәм тәрбиә мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаштылар. Һәм hәр ярыштағы кеүек үк, конкурстың еңеүсеһе лә билдәле булды.

«Йыл уҡытыусыһы-2023» конкурсының муниципаль этабы ярыштары һөҙөмтәләре буйынса Екатерина Адеева еңеүсе  булды. Ул йәмғиәт белеме буйынса «Хоҡуҡ һаҡлау органдары» темаһына асыҡ дәрес әҙерләп үткәрҙе. 9 «б» класс уҡыусылары төркөмдәрҙә актив эшләне. Дeрестең уҡыу ваҡыты һөҙөмтәле ҡулланылды, дәрестең барлыҡ этаптары яҡшы уйланылғайны, планлаштырылған эштәр барыһы ла башҡарылды. Дәрестең интенсивлығы, балаларҙың йәш һәм психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, оптималь булды.

— Мин М. Акмулла исемендәге БДПУ-ҙы тамамланым. Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктeбендә 2013 йылдан бирле эшләйем. «Йыл уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йыл һайын педагогтар араһында үткәрелә. Уның маҡсаты — уҡыусыларҙың интеллектуаль- ижади потенциалын үҫтереү маҡсаттарында үҙ эшсәнлектәренә ижади яҡтан ҡараған уҡыусыларҙы асыҡлау, — ти педагог. — Был конкурс профессионализмға ихтыяж ҙур булыуын hәм цивилизациялы йәғиәттең иң ҡиммәтле ҡаҙанышы булыуын тағын бер ҡат күрһәтергә мөмкинлек бирә. Минең алдымда үҙ эшемде күрһәтеү, башҡаларҙы ҡарау бурысы тора ине. Һәр уҡытыусы өсөн бик мөhим сарала ҡатнашыу — минең өсөн ҙур бүләк.

Екатерина Викторовнаны еңеүе менән ҡотлайбыҙ hәм уға тағын да ҙурыраҡ ижади уңыштар, үҙ көсөнә ышаныс, ниәтләгән проекттарының hәм яңы бай йөкмәткеле идеяларҙың тормошҡа ашыуын, төбәк конкурста һөҙөмтәле сығыш яһауын, туған районының данын лайыҡлы яҡлауын теләйбеҙ.

Илшат ХӘЙРЕТДИНОВ.

Фо то Екатерина Адееваның шәхси архивыннан .

«Йыл уҡытыусыһы» — конкурс ҡына түгел, ул — тормоштоң бер этабы
«Йыл уҡытыусыһы» — конкурс ҡына түгел, ул — тормоштоң бер этабы
Автор:
Читайте нас: