Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2023, 09:36

"Башҡорт еле" ранчоһы һеҙҙе көтә!

Ҡыҙылъяр - туристар араһында популяр урын, Алексей Казарин ауылдың матур урындары буйлап ат маршруттары ойоштора. 

"Башҡорт еле" ранчоһы һеҙҙе көтә!
"Башҡорт еле" ранчоһы һеҙҙе көтә!

Нуриман районының бизнес-шәрифе Венера Әхиәрова белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла.

Алты йыл элек Нуриман районынан йәш эшҡыуар Алексей Казарин хыялын тормошҡа ашыра - тәүге атын һатып ала. Ошонан башлап ул йылҡы малын үрсетеү менән мауыға башлай. 2022 йылдың мартында  Нуриман районы хакимиәте башлығы ҡарамағындағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Алексей йылҡы үрсетеү буйынса ферма булдырыу бизнес-проектын тәҡдим итә һәм Ҡыҙылъяр биләмәһенә атлы маршруттар асырға теләген белдерә.

Алексейҙың хайуандарға ҡарата һөйөүе ҡарт олатаһынан күскән. Улар, ауыл ҡарттары әйтеүенсә, урман предприятиеһында ат аҙбарын алмаштырған һәм был эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Эшҡыуарға Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының «Социаль контракт аша адреслы социаль ярҙам» программаһында ҡатнашырға тәҡдим ителгән. Алексей һайлап алыу критерийҙарына тап килгән һәм үҙенең бизнес-проектын яҡлаған. Ул старт ярҙамы аҡсаһына йәнә мал һатып ала һәм «Башҡорт еле» ранчоһын аса.

Ҡыҙылъяр - туристар араһында популяр урын, Алексей Казариндың бизнесы ла киң танылыу таба. Ул ауылдың матур урындары буйлап ат маршруттары ойошторған. Фермерҙың уй-ниәттәре ҙур. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы эйәрҙә йөрөтөү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, улар өсөн махсус арба һатып алырға хыяллана.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Венера Әхиәрова.

#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru

"Башҡорт еле" ранчоһы һеҙҙе көтә!
"Башҡорт еле" ранчоһы һеҙҙе көтә!
"Башҡорт еле" ранчоһы һеҙҙе көтә!
Автор:
Читайте нас: