Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2023, 09:42

Башҡортостанда ипотеканы түбән хаҡҡа бирәсәктәр

Торлаҡ  өлкәһендәге “ДОМ.РФ” финанс үҫеше институты 2023 йылда Волга буйы федераль округының алты төбәгендә Берҙәм ипотека программаһын индерергә йыйына. Улар араһында Башҡортостан да бар.

Был турала “Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү” конференцияһында  “ДОМ.РФ”-тың “Торлаҡ өлкәһендәге дәүләт программалары” бүлексәһе етәксеһе Сергей Овсянкин сығыш яһаны.

“Берҙәм ипотека операторы “ДОМ.РФ” булған “Ташламалы”, “Ғаилә ипотекаһы” һәм “IT-ипотека”  кеүек федераль программаларҙы берләштерә, төбәктәр яғынан өҫтәмә субсидиялар ҙа бирелә”, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Программа IT-белгестәр өсөн ташламалы ипотеканың юғары кимәлен төшөрөр тип көтөлә. Илдәге 1,8 мең ғаилә ошо программа ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ.

Фото: “Башинформ” сайтынан.

https://bashgazet.ru
Автор:
Читайте нас: