-4 °С
Болотло
Башҡортостанда ике кеше газ менән ағыуланып үлгән. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Бөгөн, 25-се февралдә, Яңауыл ҡалаһының Куйбышев урамындағы шәхси йортта фажиғәле хәл теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 1996 йылғы ир һәм 1955 йылғы ҡатын-ҡыҙ һәләк булған. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, улар әсәле-уллы булған.
"Булған хәлдең нескәлектәре һәм сәбәптәре билдәләнә. Янғын сығыу билдәләре табылмаған. Урында тикшереү-оператив төркөм эшләй", - тип хәбәр ителә ведомствола.
Башинформ