Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Февраль , 09:28

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына - бүләк

Апрель айынлда Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Башҡортостан ветерандарына аҡса түләнә

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына - бүләк
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына - бүләк

Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ветерандарға бер тапҡыр аҡса түләй.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, уларҙың тол ҡатындарына, шулай уҡ «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнгән граждандарға һәм элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына бер тапҡыр 80 мең һум аҡса бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда (алты айҙан да кәм түгел) эшләгәндәргә, шулай уҡ һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден-миҙалдары менән бүләкләнгәндәргә һәм элекке нацистик концлагерь, төрмә, геттоларҙың бәлиғ булған тотҡондарына 55 мең һум түләнә.

Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов әйтеүенсә, әле республикала үрҙә әйтелгән түләүҙе алырға хоҡуҡлы 7,5 меңдән ашыу граждан, шул иҫәптән 116 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид йәшәй. Аҡса апрель пенсияһы менән бергә бирелә.

Рәсәй президенты указы тураһында тулыраҡ «Башинформ» яҙып сыҡҡайны.

Башинформ. 

 
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына - бүләк
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына - бүләк
Автор:
Читайте нас: