Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
9 Май 2025, 20:24

Май айының еңеү яҙы

Бишбүләктәр 80-се тапҡыр бөйөк байрамды ҡаршы алды.

Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы

Бына бөгөн дә район үҙәгендә Еңеү көнө тантанаһы дауам итә. Һәр кем был көндө тулҡынланып көтөп алалыр, моғайын. Кемдер һөйөклө атаһын, кемдер олатаһын, ә ҡайһы берәүҙәр ишетеп кенә белгән ҡарт олатайҙарын күҙ алдына килтереп, уның өсөн ғорурланыу тойғолары кисергәндер.
Байрам Ватанды һаҡлаусылар паркы янынан “Үлемһеҙ полк” колоннаһының йөрөшө башланды. Йылдағыса ул сағыу күренештәрҙең береһе булды. Юл буйындағылар теҙелгән колонналарҙы сәләмләп торҙо, шулай уҡ үҙҙәре лә ҡушылды һәм сафтар артҡандан-артты, шарҙар, байраҡтар, ата-олатайҙарының портреттарын тотҡан 1-cе һәм 2-се мәктәп уҡыусылары ҡушылды.
Артабан беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн йәнен аямаған ҡаһарман яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә булдырылған Еңеү паркында митинг үтте. Район хакимиәте башлығы Артур Мөхлим улы Зарипов һәм башҡа рәсми вәкилдәр һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларын байрам менән тәбрикләп үтте. Митингта ҡатнашыусылар һәйкәлгә веноктар һәм сәскәләр һалды һәм яу яланында тыуған илебеҙ азатлығы өсөн башын һалғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы
Май айының еңеү яҙы
Автор: Гумерова Л
Читайте нас