Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Июль 2018, 10:07

Башҡортостанда граждандарҙың үҙ-ара һалымын законлаштыралар

Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡ тураһындағы законда «Граждандарҙың үҙ-ара һалым аҡсалары» тигән яңы статья барлыҡҡа киләсәк. Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары бишенсе саҡырылыштың йомғаҡлау пленар ултырышында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

«Ҡайһы берҙә урындағы тәғәйенләнештәге һорауҙар граждандарҙың бер тапҡыр түләүе иҫәбенә хәл ителә, ул үҙ-ара һалым тип атала. Бындай башланғыстар йышыраҡ ҙур булмаған ауылдарҙа һәм ҡала ситендә кешеләрҙең берләшеп, мәҫәлән, төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итергә булғанда килеп тыуа, — тип аңлатты төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев. — Тәҡдим ителгән закон проекты был процедураны ҡануни рәүештә нығытырға һәм регламентларға йүнәлтелгән».

Депутаттар граждандарҙың бер тапҡыр түләүен индереү һәм файҙаланыу мәсьәләләрен урындағы референдумда хәл итергә тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта улар ҡасабаға, ҡала округына йәки ҡасабаһына ингән тораҡ пунктында граждандар йыйылышында хәл ителә ала.

Закон ҡабул ителгән осраҡта ул муниципаль берәмектәрҙең финанс-иҡтисади үҙаллылығын нығытасаҡ, урындағы тәғәйенләнештәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә граждандарҙың әүҙемлеген көсәйтәсәк, уларҙың муниципалитеттың тотороҡло үҫешендә ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ.
Читайте нас в