Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
20 Август 2018, 20:15
Республикала муниципаль чиновниктарҙы баһалау критерийҙары үҙгәртелде
Республикала урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәре исемлегенә үҙгәрештәр индерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге статистика мәғлүмәттәре һәм ведомство отчеттары, шулай уҡ халыҡтан социологик һорау алыу нигеҙендә баһалана.
Башҡортостан Башлығының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған Указына ярашлы, һорау алыу формаһына үҙгәрештәр индерелә. Улар транспорт хеҙмәтләндереүе өлкәһендә халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын, автомобиль юлдарының торошон, йылылыҡ, һыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе ойоштороу кимәлен яҡшыраҡ баһаларға мөмкинлек бирергә тейеш.
Ошо пункттарҙың һәр береһе тураһында тулыраҡ яҙырға:әлеге һорауҙарҙың һәр ҡайһыһы буйынса ҡәнәғәтһеҙлек сәбәптәрен күрһәтергә, яңы автомобиль юлдарын һалыу кәрәклеген билдәләргә, асфальт түшәлгән юлдарҙы һәм уларҙы тәртиптә тотоуҙы баһаларға тәҡдим ителә.
1 октябргә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалағанда ошо положениеларҙы иҫәпкә алыуығыҙҙы һорайым, – тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"