Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
24 Сентябрь 2018, 17:19

«Беҙҙең бурысыбыҙ — Республика көнөндә халыҡҡа яҡшы кәйеф булдырыу»

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев 2018 йылда Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе.

Ултырышта Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Хөкүмәт, министрлыҡ һәм ведомство, ғилми ойошма, муниципалитет, профсоюз, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.

Ойоштороу комитеты ағзалары байрам уңайынан саралар планын раҫланы һәм уларға әҙерлекте тикшерҙе. Республика көнөндә Өфөлә, башҡа ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә тантаналы, мәҙәни, спорт саралары, йәрминкәләр уҙғарыла, урамдар, майҙандар һәм биналар байрамса биҙәлә.

«Был байрам республика һәм унда йәшәгән һәр кешенең биографияһына ныҡлы үтеп инде, төбәктең иҡтисади, социаль тормошондағы ҡаҙаныштар менән туранан-тура ассоциациялана, —тип билдәләне Константин Толкачев. — Саралар планында байрамдың яңы тыуған сабыйҙарҙы һәм йәш парҙарҙы теркәү, 50, 60, 70 һәм 75 йыл бергә ғүмер кисергән ғаиләләрҙе тәбрикләү, 14 йәше тулған граждандарға тәүге паспорттар тапшырыу кеүек изге традициялары ҡаралған. Музейҙарҙа асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла, мәктәптәрҙә байрам алдынан тематик класс сәғәттәре планлаштырылған».

Ойоштороу комитетының төп маҡсаты — байрамдың тантаналылығы түгел, ә уға халыҡты күпләп йәлеп итеү, тип билдәләне Константин Толкачев.

«Беҙҙең бурысыбыҙ — халыҡҡа яҡшы кәйеф булдырыу, байрамдың сиктәрен киңәйтеү, барлыҡ ижади коллективтарға сығыш яһарға мөмкинлек биреү, һәр кем ошо ваҡиғаға ҡатнашы булыуын тойһон өсөн бөтә тораҡ пункттарҙа байрам саралары ойоштороу, — тине парламент спикеры. — Шуның менән бергә аҡсаны артыҡ тотоноуға юл ҡуйырға ярамай. Шуға бәйле муниципалитеттарға фейерверктар ойоштороуҙың маҡсатлы ярашлылығы тураһында мәсьәләне үҙаллы хәл итергә кәрәк, сөнки бындай саралар урындағы бюджеттарҙан финанслана».

Ойоштороу комитеты раҫлаған саралар планында шулай уҡ фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияларын, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын тапшырыу, спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре фестивале, «Мостай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы, уҡыусылар араһында Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаһын иң яҡшы белеүселәр конкурсы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн «Ватаныма дан йырлайым» туристик-тыуған яҡты өйрәнеү фестивале, экологик һәм белем биреү акциялары ҡаралған.

Республика көнөнә ҡарата тантаналы сараны «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 10 октябрҙә уҙғарыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: