Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Октябрь 2018, 14:34

Пенсия алды йәшендәгеләргә һалым льготалары һаҡлана

Дәүләт Думаһы пенсия алды йәшендәге рәсәйҙәр өсөн мөлкәт һалымдары льготаларын һаҡлаған закон ҡабул итте,

Документты парламенттың түбәнге палатаһына Владимир Путин индерҙе.
Проектҡа ярашлы, пенсия йәшен арттырғандан һуң да ер һәм милек һалымы буйынса федераль льготалар һаҡлана.
Улар пенсияға сыҡҡас түгел, ә ағымдағы пенсия йәшенә еткәс күрһәтелә. Был 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 60 йәшкә еткән ир-егеттәргә льготалар алырға мөмкинлек бирергә тейеш.
Закон проекты граждандарға пенсия йәшен этаплап арттырыуға бәйле өҫтәмә социаль гарантияларҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар — 55, ирҙәр 60 йәштә хаҡлы ялға сыға. Сентябрҙә Дәүләт Думаһы 2019 йылдан башлап пенсия йәшен ҡатын-ҡыҙҙарға — 60, ирҙәргә 65 йәшкә тиклем күтәреү тураһында закон ҡабул итте.
Тәүҙә хөкүмәт ҡатын-ҡыҙҙарға пенсияға сығыу йәшен 63-кә тиклем арттырырға тәҡдим иткәйне, әммә Путин уны 60-ҡа ҡәҙәр кәметте. Президент пенсия йәшенең ғәмәлдәге сиктәрендә льготаларҙы һаҡлау өсөн дә сығыш яһаны (ҡатын-ҡыҙҙарға — 55, ирҙәргә 60 йәш).
Һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ һалымдарҙы түләү уңайлылығы тураһында бында белергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1223203-lgoty-dlya-predpensionerov-sokhranyatsya/
Читайте нас: