Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Октябрь 2018, 23:44

Рөстәм Хәмитов: “Йәштәргә ышанырға тейешбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика граждандарына мөрәжәғәт итеп, вәкәләттәрен ваҡытында алда туҡтатыу тураһында белдерҙе.

“Хөрмәтле республика халҡы! Хөрмәтле коллегалар! Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһында эшем тамамлана. Рәсәй Федерацияһы Президентына отставкамды ҡабул итеүҙе һорап мөрәжәғәт иттем, — тиелә белдереүҙә. — Был — минең шәхси ҡарарым. Ул һәр йәһәттән уйланылған. Сәбәбе шунда: ҡануниәткә ярашлы мөмкинлегем булһа ла, 2019 йылда республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашырға йыйынмайым.

Минеңсә, өлкән йәштәге төбәк етәкселәре эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһындағы ҡарарҙы ваҡытында ҡабул итергә һәм өҫтән йәки аҫтан баҫым буйынса, ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле түгел, ә уйлап, бәхәсһеҙ, лайыҡлы китергә тейеш.

Федерация субъектына, өҫтәүенә Башҡортостан кеүек төбәккә етәкселек итеү ғәйәт ҙур көс-дәрт, өр-яңы идеялар талап итә. Бындай эшмәкәрлекте иң элек йәш быуын башҡарырға тейеш. Хәҙерге тормошта үҙгәрештәр йылдам бара, уларға яраҡлашыу шарт, шул иҫәптән кадрҙар сәйәсәтендә лә.

Отставкаға китеү тураһындағы ҡарарҙы ниңә яҙ түгел, әле ҡабул иттем һуң? Яңы командаға эштең айышына төшөнөү, республика халҡында абруй яулау, 2019 йылдың сентябрендә үтәсәк һайлауға әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Ил Президенты киләһе алты йылға ҡуйған бурыстарҙы үтәү йәһәтенән эште әле үк башлау зарур. Республикала күсәгилешлелекте һәм тыныслыҡты һаҡлап ҡалырға кәрәк.

Хөрмәтле ватандаштар! Һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Уны мин һигеҙ йыл эшләү дәүерендә даими тойҙом. Халыҡтың мәнфәғәте минең өсөн һәр саҡ өҫтөн булды. Кешеләр өсөн, һеҙҙең өсөн эшләнем, хөрмәтле республика халҡы. Ҡанун талаптарынан бер ҡасан да тайпылманым, намыҫлы хеҙмәт иттем.

Юғары вазифалағы етәксе хаҡында имеш-мимеш, йыш ҡына ялған мәғлүмәттәр сығып тора. Тормош шулай ҡоролған, бер нимә лә эшләп булмай. Әммә мин эшмәкәрлегемдә итәғәтле, намыҫлы һәм яуаплы булырға тырыштым.

Республикалағы һәр кешене, уның фекерен, хоҡуҡтарын ихтирам итәм. Был — минең эш принцибым. Күптәрегеҙ менән шәхсән йәки йыйылыштарҙа, форумдарҙа, байрамдарҙа осраштыҡ. Һеҙҙе күреүҙән, тыңлауҙан һәм һеҙҙең менән аралашыуҙан һәр саҡ кинәнес алдым. Изге һүҙегеҙ, ярҙамсыллығығыҙ, ихласлығығыҙ күңелемә яҡын булды.

Ошо эште туҡтатҡас та осрашыуҙар, әңгәмәләр һәм бәйләнештәр өҙөлмәҫ тип ышанам. Фекерем йәки кәңәшем кәрәкһә, улар менән ихлас уртаҡлашырмын. Осрашырға теләһәгеҙ, саҡырығыҙ — мотлаҡ килермен. Ҡарарымдың хаҡлығына иманым камил. Башҡортостан — һоҡланғыс республика. Тыуған төбәгебеҙ файҙаһына тырышлығымды һалыу мөмкинлеге тыуғанға бәхетлемен.

Байтаҡ эш башҡарылды, әммә алда — өр-яңы маҡсаттар һәм бурыстар. Һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәт. Бөтәгеҙҙе лә ихтирам итәм һәм яратам. Рәхмәт!”

Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне