Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Октябрь 2018, 14:25

Радий Хәбиров: «Төп бурыс — Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыраҡ итеү»

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Документ Кремлдең рәсми сайтында баҫылып сыҡты.

“Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ғаризаһына бәйле һәм 1999 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 184-се Федераль закондың 19-сы статьяһындағы 1-се пункттың “в” ярҙамсы пунктына һәм 9-сы пункттың “а” ярҙамсы пунктына ярашлы ҡарар итәм:

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың үҙ теләге буйынса отставкаһын ҡабул итергә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланған кеше вазифаһына ингәнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Хәбиров Радий Фәрит улын тәғәйенләргә”, — тиелә документта.

“Президенттың ышанысын аҡлауҙы һәм бөтә көсөмдө, тәжрибәмде, белемемде Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыраҡ итеүгә арнауҙы үҙем өсөн әле төп бурыс итеп күрәм”, — тип яҙған Facebook селтәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районының Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында ферезерлаусы өйрәнсеге булып башлай. 1989—1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетындағы дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты. 1994—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт институтының өлкән уҡытыусыһы, доценты, юридик факультеты деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры була. 2003—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 йылда — Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығындағы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты директоры. 2009 йылдан 2016 йылға тиклем Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 2017—2018 йылдарҙа — Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы башлығы.

Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Читайте нас в