Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Октябрь 2018, 14:05

Рөстәм Хәмитов отставкаға сыҡҡандан һуң нимә менән шөғөлләнәсәк

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рөстәм Хәмитовты Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ордены менән бүләкләне. Орден 13 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында Радий Хәбиров менән таныштырғанда тапшырылды.

Телмәрендә элекке Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бөтә коллегаларына эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы командағы ҡатмарлы күсеү дәүерен тиҙерәк үтергә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. «Мин барығыҙға ла рәхмәтлемен. Республика үҙгәрҙе, ул иреклерәк булып китте. Мин яңы командаға ярҙам итәсәкмен, был йөктөң ни тиклем ауыр, ниндәй йөкләмә булыуын беләм һәм, коллегалар, һеҙҙе лә уға ярҙам итергә саҡырам. Шәхсине ситкә ҡуйып, бергәләп эшләргә кәрәк», — тине ул, Дәүләт Йыйылышы залында сығыш яһап.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ оставканан һуң сәйәсәт менән шөғөлләнергә йыйынмауын, уны фән, етештереү, атап әйткәндә, һанлы иҡтисад ҡыҙыҡһындырыуын хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Хәмитов 11 октябрҙә, Республика көнөндә, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте. Элек Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһы башлығы булып эшләгән Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Читайте нас в