Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Төбәк етәксеһе бурысын атҡарған Р.З. Хәмитовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ғаризаһына бәйле отставкаһы ҡабул ителде.
“Президенттың ышанысын аҡлауҙы һәм бөтә көсөмдө, тәжрибәмде, белемемде Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыраҡ итеүгә арнауҙы үҙем өсөн төп бурыс итеп күрәм”, — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Башҡортостан халҡына яҡшы таныш сәйәсмән
Үткән аҙнала республика парламенты йортонда үткән йыйылышта Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле И.А. Комаров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Р.Ф. Хәбиров менән таныштырҙы. Был вәкәләтле һәм республика кимәлендәге оло ваҡиғала республика Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрҙар, төрлө ойошма етәкселәре ҡатнашты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле И.А. Комаров ил етәксеһенең Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовты үҙ теләге буйынса вазифаһынан бушатыуы һәм эште ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Хәбировты тәғәйенләүе тураһындағы Указын уҡып ишеттерҙе.
– Һуңғы һигеҙ йыл эсендә Башҡортостан Рөстәм Зәки улы етәкселегендә етди уңыштарға өлгәште, – тине Игорь Александрович. – 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитын үткәреү Рәсәй етәкселеге һәм сит илдәрҙән ҡатнашыусылар тарафынан юғары баһаланды.
Республика тормошоноң барлыҡ даирәләрен демократлаштырыуға асыҡ курс граждандарҙың власҡа һәм дәүләт институттарына ышанысын кире ҡайтарыуға булышлыҡ итте. Төбәк һәм федераль һайлауҙарҙың һөҙөмтәләре лә шуны раҫланы. Республикаға идара итеүҙең заманса системаһын булдырыу һәм йәмәғәтселек дискуссияһына яңы көстәрҙе йәлеп итеү Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа вәкиллек алған сәйәси партияларҙы арттырҙы.
Игорь Комаров билдәләүенсә, Рөстәм Хәмитовтың республика халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлауға, күп милләтле Башҡортостандың бай этник-мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡарашы ла ихтирам уята. “Бөгөнгө Башҡортостан – Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан иң көслө төбәктәренең береһе, – тине тулы хоҡуҡлы вәкил. – Төбәктә ҡаҙылма байлыҡ сығарыу, эшкәртеү, ауыл хужалығы предприятиелары, төҙөлөш тармағы уңышлы эшләй. Хәл ителмәгән мәсьәләләр һәм өлгөрөп еткән проблемалар ҙа бар, ләкин диверсификациялай белеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан бөгөн иҡтисади йәһәттән тотороҡло алға бара”.
Республика ауыл хужалығы һәм юл селтәрен үҫтереү буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. Федераль дәүләт программаларында уңышлы ҡатнашыу һәм төп капиталға инвестиция йәлеп итеү ҙә алға китеште тиҙләтә.
Радий Фәрит улын Игорь Комаров Башҡортостан халҡына яҡшы таныш сәйәсмән тип атаны. “Ул ошонда тыуып үҫкән, белем алған, профессионал булараҡ танылған, республикалағы ижтимағи-сәйәси тормош үҙенсәлектәрен яҡшы белә”, – тине һәм уны муниципаль кимәлдән алып федераль ойошмаларға тиклемге эш йүнәлештәрен һәйбәт төшөнгән кеше тип белеүен әйтте. Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһына етәкселек иткән дәүерҙә Радий Хәбиров үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса күрһәткән, һөҙөмтәлә хәҙер был ҡала үҫеш кимәле һәм масштабы буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә.
Артабан һүҙ Башҡортостан етәксеһе булып 2010 йылдың июленән алып быйылғы октябрь уртаһына саҡлы эшләгән Рөстәм Хәмитовҡа бирелде.
— Республика граждандарына минең эшмәкәрлеккә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Рөстәм Зәки улы. – Башҡортостанға һәр саҡ Рәсәйҙең мөһим биләмәһе һәм ил үҫешенә ҙур өлөш индергән төбәге итеп ҡарағаны өсөн Президентыбыҙ Владимир Путинға рәхмәтлемен. Ни генә тимәһендәр, шуныһы асыҡ: республика өсөн бик күп эшләнде, ул үҙгәрҙе, ул хәҙер азатыраҡ, һәләттәреңде тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Рөстәм Зәки улы яңы етәкселеккә ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. “Был вазифа бик ҙур яуаплылыҡ талап итә һәм мин, хеҙмәттәштәр, барығыҙҙы ла яңы командаға уның “күсеү осоро”н тиҙерәк үтеүенә һәм барыһы ла көткән яңы проекттарҙы тиҙерәк тормошҡа ашырырға тотоноуына ярҙам итергә саҡырам. Шәхси мәнфәғәттәрҙе ситкә ҡуйып, Башҡортостан өсөн тырышырға кәрәк”, – тине Рөстәм Хәмитов. Ул артабан сәйәсәт менән шөғөлләнмәйәсәген, йәмәғәтселек хәрәкәттәрендә ҡатнашмаясағын, фән һәм етештереү өлкәһендә эшләргә теләүен белдерҙе.
“Бөтә көс-дәртемде артабанғы үҫешкә, тормошто яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен”
Артабан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Радий Хәбировҡа һүҙ бирелде.
– Барыһынан элек Рәсәй Президенты Владимир Путинға күрһәткән ышанысы өсөн рәхмәт әйтәм, – тине Радий Хәбиров. – Ошонда, һеҙҙең алдығыҙҙа баҫып тороу – минең өсөн ҙур мәртәбә. Шул уҡ ваҡытта республика халҡы алдындағы яуаплылыҡ дәрәжәһен бик яҡшы аңлайым. Бөтә көс-дәртемде Башҡортостандың артабанғы үҫешенә, уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен. Һәр ҡайһығыҙҙан да ошоно уҡ үтенәсәкмен һәм ныҡлы талап итәсәкмен. Республиканы артабан үҫтереү бурысын тырышлығыбыҙҙы туплап ҡына үтәргә мөмкин. Властың закондар сығарыу, башҡарма, хоҡуҡ һаҡлау тармаҡтары, муниципалитет башлыҡтары эшмәкәрлеген берләштереп кенә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә аласаҡбыҙ. Эшебеҙҙе дүрт миллионлы республика халҡы, һәр граждан мәнфәғәттәренән сығып төҙөргә тәҡдим итәм. Уны Рәсәй Президентының киләсәккә илдең үҫеш стандарттарын билдәләгән указдарына нигеҙләнеп ҡорасаҡбыҙ. Асыҡлыҡ, законлылыҡ, һөҙөмтәлелек нигеҙендә эш алып барырға тәҡдим итәм.
Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк
Таныштырыу сараһында сығыш яһағандан һуң Радий Хәбиров үҙенең тәүге Указына ярашлы Рөстәм Хәмитовты, һигеҙ йыл дауамындағы емешле эшмәкәрлеген баһалап, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән наградланы.
Йыйылыштан һуң Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Башҡортостанда идара итеү системаһы һәр саҡ көслө булды, республиканан күп белгестәр хәҙер дәүләт власының федераль органдарында эшләй, – тине Радий Фәрит улы, кадрҙарҙы алмаштырыу ихтималлығы тураһындағы һорауға яуап биреп. – Тәбиғи, ҡайһы бер үҙгәрештәр булыуы ла мөмкин, ләкин беҙ бөгөнгө команда менән эшләйәсәкбеҙ.
– “Башҡортостан сода компанияһы”ның эшмәкәрлегенә, Торатауҙың яҙмышына ҡарашығыҙ нисек?
– Республикала күп йылдар инде БСК буйынса бәхәс барғанын беләм, – тине Радий Хәбиров. – Миңә лә был хаҡта күп тапҡыр һорау бирҙеләр. Минеңсә, был мәсьәләлә “тайм-аут” алыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Бөтә яҡтарҙы ла иғтибар менән тыңларға, ғәмәлдә нимәләр барғанын төшөнөргә кәрәк. Мин тауҙың яҙмышын һәм әһәмиәтен яҡшы аңлайым. Шуға күрә мәсьәләне тыныс хәл итеү юлдарын табыу өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк.
– Радий Фәрит улы Башҡортостан өсөн яңы кеше түгел, ул бындағы хәл-ваҡиғаларҙың айышын һәйбәт белә, тимәк, төбәккә уңышлы идара итеүгә бөтә мөмкинлектәре бар, – тип йомғаҡланы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән әңгәмәне Игорь Комаров. – Шул иҫәптән был әле һеҙ һораған яңы команданың ниндәй буласағына ла ҡағыла. Беҙ республиканың ил өсөн әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ һәм яңы етәксенең эшмәкәрлегенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.
Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районының Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында фрезерлаусы өйрәнсеге булып башлай. 1989 — 1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетындағы дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты. 1994 — 2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт институтының өлкән уҡытыусыһы, доценты, юридик факультеты деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры була. 2003 — 2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 йылда — Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығындағы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты директоры. 2009 йылдан 2016 йылға тиклем Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 2017 — 2018 йылдарҙа — Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы башлығы. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров:
– Барыһынан элек Рәсәй Президенты Владимир Путинға күрһәткән ышанысы өсөн рәхмәт әйтәм. Бөтә көс-дәртемде Башҡортостандың артабанғы үҫешенә, уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен. Һәр ҡайһығыҙҙан да ошоно уҡ үтенәсәкмен һәм ныҡлы талап итәсәкмен. Республиканы артабан үҫтереү бурысын тырышлығыбыҙҙы туплап ҡына үтәргә мөмкин. Властың закондар сығарыу, башҡарма, хоҡуҡ һаҡлау тармаҡтары, муниципалитет башлыҡтары эшмәкәрлеген берләштереп кенә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә аласаҡбыҙ. Эшебеҙҙе дүрт миллионлы республика халҡы, һәр граждан мәнфәғәттәренән сығып төҙөргә тәҡдим итәм. Уны Рәсәй Президентының киләсәккә илдең үҫеш стандарттарын билдәләгән указдарына нигеҙләнеп ҡорасаҡбыҙ. Асыҡлыҡ, законлылыҡ, һөҙөмтәлелек нигеҙендә эш алып барырға тәҡдим итәм.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың вице-спикеры, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы, Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше:
– Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтендә эшләгән осорҙа хәрәкәт булараҡ барлыҡҡа килде. Шуға күрә уға беҙҙең йәмәғәт ойошмаһының эш даирәһе яҡшы таныш. Республика етәксеһе өсөн йыл һайын мониторингтарға таянып беҙ әҙерләгән йәмәғәт тәҡдимдәре берлектәге ғәмәлдәр планына әүерелер тигән ниәттәбеҙ.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәмәғәт контроле алымдарын да файҙалана. Яңы етәксе интерактив карталарға ла иғтибар итһен ине. Уларҙы урындағы халыҡ тултыра. Беҙҙә шулай уҡ закон сығарыу инициативалары ла байтаҡ. Властың ярҙамынан тыш уларҙы тормошҡа ашырыу ҡыйынға төшә. Үҙ-ара конструктив эшмәкәрлек көтәбеҙ.
юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы:
– Радий Фәрит улы – эш кешеһе. Әйткәндәй, кәңәшмәләрендә күп тапҡыр ҡатнашырға тура килде. Уның етәксе сифаттары кешелә “кәңәшмә бөтөү менән уның бурыстарын үтәргә йүгерәсәкмен” тигән ниәт уята.
Радий Хәбировтың физика уҡытыусыһы:
– Аныҡ фәндәр уға еңел бирелә торғайны. Әммә иң яратҡаны әҙәбиәт менән тарих ине. Һәр ерҙә барыһы алдында беренсе, лидер булырға теләгән балалар осрай. Радий Хәбиров иһә асылы менән лидер ине.