Дим буйҙары
-16 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
22 Октябрь 2018, 20:42

Өфө ҡалаһы башлығы кем булыр?

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына конкурсҡа туғыҙ кандидат үтте.

Конкурс комиссияһы ултырышы 22 октябрҙә уҙҙы. Бөгөн конкурста:


1. Ғәйнанова Альбина Ғәлирахман ҡыҙы;


2. Зәйнуллин Руслан Флүр улы;


3. Кәбиров Артур Роберт улы;


4. Котов Олег Александрович;


5. Мостафин Өлфәт Мансур улы;


6. Нуретдинов Руслан Борис улы


7. Сәйетова Рәмилә Хәмитйән ҡыҙы;


8. Хәбибрахманов Шәмсулла Хәбибулла улы;


9. Хафизов Рөстәм Фларид улы ҡатнаша.


Киләһе этап – кандидаттарҙың төрлө кимлдәге ҡануниәтте белеүен тикшереү, ул был аҙнала 26 октябрҙә уҙа. Бының өсөн конкурс комиссияһы «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһын йәлеп итә.


Дүшәмбе, 29 октябрҙә, баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына кандидаттарға Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешен, проблемаларын һәм эшмәкәрлекте яҡшыртыу буйынса төп йүнәлештәрҙе нисек күреүҙәре тураһында һөйләргә тәҡдим ителә.


Шул уҡ көндә ҡала Советы депутаттары кандидатты баш ҡала мэры вазифаһына раҫлау хаҡында ҡарар ҡабул итергә, ә Совет рәйесе Валерий Трофимов яңы ҡала башлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйырға тейеш.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, тәүҙә Өфө мэры вазифаһына конкурста ҡатнашыуға 29 ғариза бирелгәйне.