Өфө мэры вазифаһына 29 заявка тапшырылған. Конкурсҡа 9 кеше үткән. 26 октябрҙә 9 дәғүәсенең етәүһе ҡала хакимиәте эшмәкәрлеге өлкәһендә федераль, республика, муниципаль ҡанундарҙы белеү буйынса һынау үтте.
Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә конкурс комиссияһы бөтә кандидаттарҙы тыңланы. Һөҙөмтәлә, өс дәғүәсе: Өфө районының социаль программалар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Руслан Зәйнуллин, Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Олег Котов һәм “Газпром” ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Өлфәт Мостафин тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителде.
Өлфәт Мансур улы Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районы Иҫке Иҡсан ауылында тыуған. Өфөлә еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлай. Армия сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡта башлай. 90-сы йылдарҙан башлап “Газпром” системаһында эшләй. 2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан президенты хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығына эшкә күсерелә. 2010-2013 йылдарҙа иҡтисад, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт идаралығында эшләй. Һуңынан “Газпромға” әйләнеп ҡайта.