Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
СӘЙӘСӘТ
6 Ноября 2018, 16:40
Иң кәрәкле дарыуҙар ниңә юҡ?
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары менән тейешенсә тәьмин итмәү темаһын күтәрҙеләр.
Республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, льготалы кешеләрҙе дарыуҙар менән үҙәктән тәьмин итеү буйынса дәүләт заказсыһы бурысы Матди-техник тәьминәт идаралығына йөкмәтелгән.
— Беҙ ер тетрәү кеүек бәлә-ҡаза тураһында түгел, аныҡ күренештәр хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Йыл аҙағында сауҙалашыуҙы үткәрмәүгә, препараттар һатып алынмауға һеҙ сәбәпсе, — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров идаралыҡ етәкселегенә. — Аҡса булмаған башҡа төбәктәрҙә ошондай хәл булһа, аңлайым. Һеҙҙең етешһеҙлектәр, сауҙалашыуҙарҙы үткәрмәү — ғәҙәттән тыш хәл. Ул кешеләргә зыян килтерә. Сауҙалашыуҙа ҡатнашырға берәү ҙә теләмәй, ваҡыт үтеп бара икән, саң ҡағығыҙ, профилле министрлыҡтарға барығыҙ.
Төбәк етәксеһе яуаплыларға ике ай һайын Хөкүмәт алдында отчет бирергә ҡушты.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"