Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Декабрь 2018, 11:00
Өфө ҡалаһы башлығы М. Рәхимов менән осрашты
5 декабрҙә Өфөнөң яңы сити-менеджеры Өлфәт Мостафин менән Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың дуҫтарса осрашыуы уҙҙы.
Өфө ҡалаһы башлығы һәм төбәктең элекке етәксеһе бергә эшләүҙәрен иҫкә төшөрҙө: Рәхимов идара иткән йылдарҙа Өлфәт Мостафин Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығын етәкләгән.
«Осрашыуҙа улар Өфөнө төрлө өлкәләрҙә үҫтереү һәм артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Бөгөн уңайлы ҡала мөхитен һәм унда йәшәүселәр өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү муниципалитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора, тине Өлфәт Мостафин. Ул ҡалаға ингәндә Ағиҙел аша яңы күпер һалыу кәрәклеген мөһим бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне», — тип белдерҙеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
Мортаза Рәхимов аныҡ ярҙам тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп торманы һәм Мостафинға артабанғы эшендә уңыштар ғына теләне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"