Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Ғинуар 2019, 17:19

«Рәсәй экология операторы» компанияһы төҙөлә

Президент Владимир Путин «Рәсәй экология операторы» компанияһын төҙөү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул илдең асыҡ-хоҡуҡи компанияһы формаһындағы берҙән-бер сүп-сар операторы буласаҡ, тип хәбәр итә РБК.

Компанияның эшен яйға һалыу Тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығына йөкмәтеләсәк. Компания ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын формалаштырырға, сүп-сарҙың кеше һаулығына һәм әйләнә-тирә мөхиткә зарарлы тәьҫирен булдырмай ҡалырға, шулай уҡ сүп-сар эшкәртеүҙе контролдә тоторға тейеш буласаҡ.

Оператор ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү буйынса норматив акттар проекттарын эшләүҙә ҡатнашасаҡ, сүп полигондарына экспертиза үткәрәсәк, халыҡ-ара ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөйәсәк. Компания, шулай уҡ, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса проекттарҙы гтормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙарҙы йәлеп итәсәк, бындай проекттарға дәүләт ярҙамы программаларын эшләү һәм уларҙы финанслауҙы контролдә тотасаҡ.

Хөкүмәткә бер ай эсендә оператор Уставын һәм компанияның Күҙәтселек советы тураһындағы положениены раҫлау йөкмәтелде.

Быйылдан оператор эшсәнлеге бюджеттан финансланасаҡ. 2020 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр власть ҡаты ҡалдыҡтарҙы иҫәпкә алыуҙың берҙәм һәм төбәк системаларын булдырырға тейеш.

Уҙған йылдың декабрендә Владимир Путин илдә 2024 йылға ҡәҙәр кәм тигәндә 200 сүп эшкәртеү заводы төҙөү кәрәклеге тураһында белдергәйне. Дәүләт башлығы илдә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү проблемаһы менән шөғөлләнмәүҙәрен, хәҙер, сәнәғәт үҫеше һәм ҡалдыҡтарҙың күләме артыу сәбәпле, мәсьәләне хәл итеүҙең бик киҫкен тороуын билдәләне.

14 ғинуарҙа Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сүп сығарыу хаҡтары хаҡында иҫкә төшөрҙө. Уның фекеренсә, ҡала халҡы өсөн түләү 70 һумдан артмаҫҡа тейеш. Элек сүп сығырыу системаһы булмаған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр өсөн 35 һумнан да артык түгел.

Каты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн түләү ҡағыҙҙары Башҡортостан халҡына 25 ғинуарҙан тапшырыла башлаясаҡ. Әмма шул уҡ ваҡытта идарасы компанияләрға яңыса ысул менән түләү осраҡтары ла бар.

"Кемдер аҡса алырға ашыға, күрәһең. Был законға ҡаршы килә, бындай хәлдәрҙе беҙ принципиаль рәүештә тикшерәсәкбеҙ. Берәүгә лә зыян килтерелмәһен өсөн уларҙы рәхимһеҙ туҡтатасаҡбыҙ. Бындай икеләтә түләүҙәр булмаһын өсөн мин быны айырым контролгә алыуығыҙҙы һорайым», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Читайте нас: