Республика прокуратураһының киңәйтелгән коллегияһында төбәк етәксеһе уҙған аҙналағы уҡыуҙа ауыл биләмәләре башлыҡтарының ялған алкоголдең һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе хаҡында әсенеп һөйләүен әйтеп үтте.
«Был афәт халыҡтың эшләү һәләтенә һәм ғүмеренә, ғаилә именлегенә ҙур хәүеф менән янай. Халҡыбыҙға ҡарата геноцидты туҡтатырға кәрәк, быны башҡаса атап булмай. Прокуратура, көс органдарының контрафактҡа юл ҡуймау буйынса ҡаты саралар әҙерләүен, барлыҡ муниципалитеттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙа тәртип урынлаштырыуын һорайым», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Әбйәлил районын миҫалға килтерҙе. Унда тәүлек әйләнәһенә биш литрлыҡ канистр менән спиртҡа оҡшаған шыйыҡлыҡ һатҡан 248 нөктә асыҡланған. Халыҡ ағыулана, ә өлкәндәр хатта пенсияларын бер ай алдан һалып ҡуя.
Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров Радий Хәбировтың һүҙҙәрен хупланы һәм ошо йүнәлештәге эште көсәйтеү тураһында күп тапҡыр һүҙ алып барылыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, урындарҙа прокурорҙарға башҡа хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарындағы коллегалары менән яҙышып ҡына түгел, ә күҙмә-күҙ ҡарашып аралашырға, һәм ошо яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк.