Документҡа милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлекте нығытыу, республикала йәшәүсе рус һәм башҡорт халҡының рухи-мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау, республиканан ситтә йәшәүсе башҡорт милләтенән булған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында ҡул ҡуйылды.
Указ менән съезд һәм ҡоролтайҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. Ойоштороу комитетына саралар планын әҙерләү, республика Хөкүмәтенә указды тормошҡа ашырыуға бәйле финанс сығымдарын тәьмин итеү йөкмәтелде.