Тәүге көндө, 12 мартта, беҙҙең депутаттар ҡатнашлығында Федерация Советының алты комитетының киңәйтелгән ултырыштары була. Уларҙа инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығын үҫтереү, республика биләмәһендә үҙенсәлекле иҡтисади зона булдырыу, медицина технологияларын үҫтереү мөмкинлектәрен, Башҡортостанда дәүләт власы органдарының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһен, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу юлы менән экологик хәлде яҡшыртыу, 2020 йылда республикабыҙҙа VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек мәсьәләләрен тикшереү ҡаралған.
«Профилле комитеттарҙың ҡарарҙары Федерация Советының «Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы ҡарарына нигеҙ булырға тейеш. Уны пленар ултырышта ҡабул итеү күҙаллана. Был документ, үҙ сиратында, төбәккә артабан булышлыҡ итеү, профилле федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар яғынан республиканы үҫтереү буйынса аныҡ ғәмәлдәр өсөн нигеҙ булып тора», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, 12 мартта Мәскәүҙең «Сокол» спорт комплексында Федерация Советы һәм республика командалары араһында волейбол һәм футбол буйынса иптәштәрсә уйын уҙа. 13 мартта Федерация Советында Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы ойошторола. Рәсәй парламенты юғары палатаһының пленар ултырышы барышында республикаға арналған «Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте» була. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачевтың, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың сығыштары көтөлә.