«Беҙ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 2020 йылды Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү тураһында тәҡдимен хупланыҡ. Был Бөтә донъя фольклориадаһы кеүек халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара менән тап килә. Фольклориада 2020 йылда Башҡортостанда ойошторола», — тип билдәләне Валентина Матвиенко.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың йәйендә Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уны уҙғарыу тарихында иң күләмлеһе булырға тейеш.
Фольклориада 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙа. Унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондары ҡатнаша. Биш ҡитғанан вәкилдәр һәм 100-гә яҡын коллектив көтөлә. Бөгөнгә 73 илдән ғаризалар алынған. Уларҙың 53-ө республикаға килергә тейешле ижади коллективтарҙы билдәләгән дә инде.