«Ошо осорҙа йәштәргә берлектәге эш механизмын һынап ҡарарға һәм әүҙемлек күрһәтергә кәрәк. Һуңынан көстәрҙе берләштереү өсөн майҙансыҡ булдырыуҙы ҡарарбыҙ», — тип һөйләне «Берҙәм Рәсәй» яҡлыларҙың төбәк координация советы рәйесе Константин Канунников.
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр Хөкүмәте инициаторы Гөлнара Хамиева һәләтле йәштәр менән республика алға китер тигән өмөт белдерҙе.
«Башҡортостанда республиканың йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға теләгән һәләтле йәштәр бик күп. Уйланылған пландарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итерҙәй хәрәкәт булдырырбыҙ тигән ышаныстабыҙ», — тип аңлатма бирҙе «Берҙәм Рәсәй»ҙән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Башҡортостандың Йәш депутаттары ассоциацияһы» ағзаһы Яков Кугубаев.
Беренсе осрашыуҙа әүҙемселәр эшсе органдың составын һайланы. Улар аҙнаһына бер тапҡыр йыйылып, йәштәр ойошмаларының тәҡдимдәрен тикшерергә һәм план төҙөргә тейеш. Берлектәге тәүге сара — «Йондоҙ менән зарядка» 7 апрелдә Өфө уҙа.