«Өйгә ҡайтыуым менән бәхетлемен, миңә күрһәткән ышанысы һәм үҙ командаһына саҡырғаны өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт белдерәм», — тине Раил Сарбаев «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә.
Сарбаев Раил Сәлих улы 1962 йылдың 11 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуған.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Фән кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Ейәнсура районында ВЛКСМ-дың район комитетында башлай.
1989-1994 йылдарҙа — Ейәнсура район советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1994-2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы хакимиәте башлығы.
2000-2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы башлығы.
2005-2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры.
2008-2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры.
2010 йылдан хәҙерге көнгә тиклем — Урал тау-металлургия компанияһында директорҙар советы рәйесе.
2013-2014 йылдарҙа — ОАО «СГ-Транс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вице-президенты.
2014 йылдан бөгөнгәсә — Рәсәй Федерацияһының финанс һәм көс структуралары етәкселәре кәңәшсеһе.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.