"Профсоюздарҙың роле айырыуса ҙур. Граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау өсөн һеҙҙең барлыҡ мөмкинлекләрегеҙ, хоҡуҡтарығыҙ бар. һәм, һис артырыуһыҙ – был өлкәлә дәүләт менән һеҙҙең ышаныслы партнерлыҡтың уникаль тәжрибәһе баһалап бөтөргөһөҙ. Профсоюз ойошмалары актив һәм һөҙөмтәле эшләгән урындарҙа хеҙмәт коллективтары менән дә, эш биреүселәр менән дә тығыҙ бәйләнештәр булдырыла, хеҙмәт хаҡын арттырыу, хеҙмәт, ял шарттарын яҡшыртыу менән бәйле мәсьәләләр һөҙөмтәле хәл ителә», — тип билдәләне дәүләт башлығы.
Шул уҡ ваҡытта, ул билдәләүенсә, бизнес эшенә ҡатнашыу, уға баҫым яһау тураһында һүҙ бармай. “Рәсәйҙә хеҙмәт закондарының талаптаре һәм нормалары шәхси предприятиелар өсөн дә, дәүләт предприятиеләры өсөн дә бер төрлө", — тип билдәләне В.В.Путин.
Ул шулай уҡ профсоюз ойошмаларына хеҙмәт эйәләренең хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге закондар сығарыу эшендә әүҙемерәк ҡатнашырға һәм уларҙы ныҡлы контролдә тоторға, шул иҫәптән суд ултырыштарында ялланған хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәрен һөнәри бейеклектә яҡларға өндәне.