Дим буйҙары
+4 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
СӘЙӘСӘТ
4 Июня 2019, 18:57
Милли проект: йәмәғәт биләмәләре тәртипкә килтереләсәк
Берәй ҡаланы төрлө сквер-паркһыҙ күҙ алдына килтереп буламы? Юҡ, әлбиттә.
Барыһына ла таҙа, ипкә килтерелгән парктар, балалар майҙансыҡтары оҡшай. Ә бының өсөн уларҙы даими төҙөкләндереп тороу мөһим.
Был йәһәттән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙам итә. Уны тормошҡа ашырыу маҡсатында илдә 30 меңдән ашыу парк, сквер, йылға ярҙары тәртипкә килтереләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Был эшкә проект эшләү, архитектура буйынса алдынғы командаларҙы, иң тәү сиратта йәш коллективтарҙы йәлеп итергә кәрәк”, – тигәйне Ҡазанда үткәрелгән кәңәшмәлә.
Ҡала мөхитен булдырыуҙа граждандар үҙҙәре лә ҡатнашһа, яҡшыраҡ, әлбиттә. Сөнки тәү сиратта бында уларға йәшәргә.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн 1,4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла. Был суммаға республикалағы 63 ҡалала һәм районда 142 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерәсәктәр.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"