Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
5 Июнь 2019, 12:49

Һайлау комиссиялпры нисек эшләйәсәк?

8 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарға әҙерлек һәм уны үткәреү осорона республикала һайлау комиссияларының эш режимы раҫланды.

Уға ярашлы, республика Үҙәк һайлау комиссияһы 31 майҙан 6 сентябргә тиклем эш көндәрендә — 9.00-18.00, ял һәм байрам көндәрендә — 10.00-18.00 сәғәткә, 20 июндә документтар ҡабул итеү өсөн 9.00-24.00 сәғәткә тиклем, 7 сентябрҙә иртәнге 9-ҙан мәғлүмәт ҡабул итеп һәм тапшырып беткәнгә тиклем эшләйәсәк.

Территориаль һайлау комиссиялары 5 июндән 23 июлгә тиклем эш көндәрендә — 9.00-18.00, ял һәм байрәм көндәрендә — 10.00-18.00 сәғәттә, 24 июлдән 6 сентябргә тиклем — 14.00-20.00, ял һәм байрәм көндәрендә — 10.00-18.00 сәғәттә, 5-7 сентябрҙә мәғлүмәттәрҙе тапшырып бетөргәнсе эшләйәсәк.

Участок һайлау комиссиялары 1 августан 6 сентябргә ҡә:әр эш көндәрендә — 16.00-20.00, ял һәм байрам көндәрендә — 10.00-18.00 сәғәттә, 7 сентябрҙә һайлаусыларҙың әле йәшәгән урыны буйынса тауыш биреү өсөн һайлаусыларҙан ғариза ҡабул итеү өсөн 9.00-13.00, һайлаусылар исемлеген төҙөү һәм территориаль һайлау комиссияһына мәғлүмәт тапшырыу өсөн 13.00-17.00 сәғәттә эшләйәсәк.

''Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: