Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
СӘЙӘСӘТ
6 Июня 2019, 21:07
Һайлауҙа яңылыҡтар көтөлә
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙған матбугат конференцияһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко, уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов һәм комиссия секретары Марина Долматова һайлаусылар хоҡуҡтары һәм һайлауҙар барышындағы яңылыҡтары тураһында һөйләне.
Башҡортостандың Һайлауҙар тураһындағы кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 8 сентябрҙә уҙасаҡ тауыш биреү ваҡыты 2 сәғәткә оҙайтылған, ул иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем барасаҡ.
Студенттар өсөн “мобиль һайлаусы” хеҙмәте генә эшләй.
Төбәк һайлауҙарында Рәсәй һәм Башҡортостан ижтимағи палаталарынан күҙәтеүселәр буласаҡ.
Йорт шарттарында тотолоуға хөкөм ителеүселәргә һайлау өсөн ҡаралған биналарҙан тыш һайлау мөмкинлеге бирелә.
Ерле үҙидарә органдарына һайланыусыларға, һайлау компанияһын финанслау 15 мең һумдан артмаһа, махсус һайлау иҫәбе асмаҫҡа ла мөмкин.
8 сентябрҙә Мәскәүҙә һанлы 30 һайлау участогы асыла, яҡташтарыбыҙ унда тауыш бирә ала.
‘Ҡыҙыл таң’ гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"