Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
10 Июнь 2019, 13:22

Башҡортостан башлығына кандидаттар

Башҡортостан башлығы вазифаһына үҙ кандидаттарын күрһәтергә хәл иткән сәйәси партиялар быны 20 июнгә тиклем эшләргә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Һайлау тураһындағы кодексҡа ярашлы, республика етәксеһе вазифаһына партияларҙан тәҡдим ителгән кандидаттар ғына дәғүә итергә мөмкин. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Марина Долматова «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында һөйләүенсә, партияларҙың төбәк конференциялары уҙғас, кандидаттар һайлау комиссияһына документтарын тапшырырға тейеш.

«Кандидаттар 1 июлдән 11-енә тиклем үҙҙәренең документтарын тапшырырға бурыслы. Бер үк ваҡытта улар республиканың башҡарма власынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәрен бүлеп биреү өсөн өс кандидат тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Күрһәтелгән көндән алып улар муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарынан ҡултамғалар йыя ала», — тине Марина Долматова.

Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат муниципаль депутаттарҙың 454 ҡултамғаһын йыйырға бурыслы. Улар иҫәбендә район һәм ҡала советы депутаттарының 56 ҡултамғаһы булырға тейеш. Өҫтәүенә дәғүәселәргә республиканың 48 район-ҡалаһында ярҙамлашыу тураһында ризалыҡ алырға кәрәк.

«Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, бөтә документтарҙы һәм ҡултамғаларҙы тикшергәс, 20 июлдән дә һуңға ҡалмайынса Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү буйынса ҡарар ҡабул итә. Республика киң мәғлүмәт сараларында һайлау алды агитацияһы 10 августа башлана һәм 6 сентябргә тиклем бара», — тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары.
Читайте нас в