Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
20 Июнь 2019, 09:47

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» ойошторола

«Первый», «Россия 1», «Россия 24» телеканалдары, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанцияларында йыл һайын уҙғарылған «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» тигән махсус программа эфирға сыға.

Дәүләт башлығы Рәсәй халҡы менән аралашыу барышында уларҙы ҡыҙыҡһындырған илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.

Һорауҙы телефондан шылтыратып, SMS йәки MMS-хәбәр ебәреп, шулай уҡ сайт йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.

«Тура бәйләнеш»кә мөрәжәғәттәр шулай уҡ «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәре менән ҡулланыусыларҙан да ҡабул ителә. Быйыл социаль селтәрҙәр ярҙамында һорауҙы текст менән ебәрергә генә түгел, видеоролик яҙҙырып та Президентҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Һорауҙар тапшырыу аҙағына тиклем ҡабул ителә. Уларҙың иң ҡыҙыҡлылары һәм мөһимдәре Президентҡа тура эфир барышында биреләсәк.

Рәсәйҙең теләһә ҡайһы нөктәһенән 8–800–200–40–40 номеры буйынса Хәбәрҙәрҙе эшкәртеүҙең берҙәм үҙәгенә шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Сит илдән Хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә +7–499–550–40–40, +7–495–539–40–40 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

SMS һәм MMS-хәбәрҙәр рәүешендәге һорауҙар 0–40–40 номерына Рәсәйҙең элемтә операторҙары телефондарынан ғына ҡабул ителә. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорауҙы рус телендә генә бирергә мөмкин. Уның күләме 70 билдәнән артмаҫҡа тейеш.

Һорауҙы moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) сайтында ла ҡалдырырға мөмкин
Читайте нас: