Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Июнь 2019, 10:49

Президент менән аралашыу көсө

Уҙған аҙнала дәүләт башлығы Владимир Путин сираттағы тапҡыр Рәсәй халҡы менән “Тура бәйләнеш” уҙғарҙы.

Сара 17-се тапҡыр үтте. Ул дүрт сәғәт тә һигеҙ минут дауам итте. Был ваҡыт эсендә Владимир Владимирович 81 һорауға яуап биреп өлгөрҙө.

Ил Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков билдәләүенсә, тура бәйләнештәр – Рәсәйҙең үҙенсәлекле һәм донъяла ише булмаған проекты. Башҡа бер генә илдә лә дәүләт башлығы бындай форматта халыҡ менән аралашмай. “Ҡасандыр байтаҡ ҡына Европа илдәре вәкилдәре Президент хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, был үҙенсәлекле аралашыуҙың нисек ойошторолоуы тураһындағы серҙәр менән уртаҡлашыуҙы һорағайны. Улар үҙҙәрендә лә уны ойоштороп ҡарарға теләне, тик, күрәһең, булдыра алманы”, – тине ул.

Шулай итеп, быйылғы “Тура бәйләнеш”кә миллион ярымдан ашыу һорау килде. Халыҡтың күпселек өлөшө, ғәҙәттәгесә, телефондан шылтыратты. Ундайҙар миллион самаһы ине. Һәр һорауҙы операторҙар тыңлай, эшкәртә һәм махсус анкетаға теркәй. Президентҡа мөрәжәғәт итеүҙең икенсе популяр юлы – СМС һәм ММС-хәбәрҙәр, улар – 400 мең самаһы. Шулай уҡ быйыл “Мәскәү – Путинға” тигән ҡушымта менән дә әүҙем файҙаландылар. Ул бик уңайлы, хәбәр менән бер рәттән видеояҙма, һүрәт тә һалырға мөмкин. Күптәр “OK Live” сервисы аша ла бәйләнешкә сыҡты.


Эш хаҡы, йәшәү кимәле, медицина...




Һорауҙарға килгәндә, улар, аңлашылып тора, йәшәйешебеҙҙең иң мөһим темаларына ҡағылды – эш хаҡы, йәшәү кимәле, юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина, күп балалы ғаиләләргә ярҙам, сүп-сар реформаһы, Ҡораллы Көстәр торошо, ауыл хужалығы һәм башҡалар.

Балалар пособиеһына ҡағылышлы һорауға яуап итеп, Владимир Путин, 2020 йылдың 1 ғинуарынан уртаса килеме ике йәшәү минимумына тиң ғаиләләргә 10-11 мең һум түләнәсәк, тип белдерҙе. 1,5 – 3 йәшкә тиклемге сабыйҙары булғандарға ла тиҙҙән ошондай уҡ социаль ярҙам сараһы ҡағыласаҡ.

– Беҙ бындай ярҙамды кескәй бала тәрбиәләгән һәм килемдәре ике йәшәү минимумынан артмаған барлыҡ ғаиләләргә күрһәтергә тейешбеҙ, – тине ил башлығы.


Мөрәжәғәттәрҙең байтаҡ өлөшө аҡсаға, йәшәү кимәленә бәйле ине. Президенттан ил халҡы килемдәренең кәмеү сәбәптәре тураһында ла һораны.

– Һуңғы йылдарҙа донъя нефть баҙарында хаҡтың төшөүе иҡтисадҡа кире йоғонто яһаны. Граждандарҙың реаль килемдәре бер нисә йыл буйы түбәнәйгәндән һуң, әле тотороҡлана башланы, – тип билдәләне дәүләт башлығы. – Быйыл майҙа реаль эш хаҡының үҫеш темпы 2,8 процент тәшкил итте, йыл башынан алып 44 миллион кешенең хеҙмәт хаҡы артты.

Владимир Путиндың фекеренсә, йәшәү кимәленә ҡағылған мәсьәләне хәл итеүҙең төп алымы – хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү. Ул шулай уҡ Үҙәк банкка халыҡтың кредит һаҙлығына батыу хәүефенә иғтибарын йүнәлтергә тәҡдим итте.


Эш хаҡына бәйле тағы бер һорау – чиновниктарҙың кимәле. “Ҡасан да булһа чиновниктар, министрҙар һәм етәкселәр ябай граждандарҙыҡы кеүек эш хаҡы аласаҡмы?” тигән SMS-хәбәр ине ул. Владимир Путин дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ни өсөн юғары булыуын ентекләп аңлатты. “Мин ябай хеҙмәткәрҙәрҙең килеме күтәрелеүен теләйем. Әгәр министрҙарҙың эш хаҡын кәметһәк, беҙ квалификациялы кадрҙар таба алмаясаҡбыҙ. Был илдең хәл-торошонда сағылыш табасаҡ. Тәьҫирле ҡарарҙар ҡабул ителмәйәсәк, бөтә пландарҙы тормошҡа ашырыусы булмаясаҡ. Кеше эш һөҙөмтәһе буйынса аҡса ала. Ризамын, айырма иҫ киткес ҙур булырға тейеш түгел”.

Ябай һорау законға әйләнә

Һорауҙарҙың иң күп өлөшө социаль темаға, хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҡағылды. Шуныһы әһәмиәтле – “Тура бәйләнеш”тә күтәрелгән иң мөһим темалар артабан законға әүерелә. Аралашыуҙың төп файҙаһы ла ошондалыр, моғайын.

Мәҫәлән, бәләкәй эш хаҡы алған МЧС хеҙмәткәре килемен күтәреү буйынса сығыш яһағайны. Ә Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа 2019-2021 йылдарға бюджетҡа үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡарап та өлгөргән. Унда МЧС-тың ябай хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 32 мең һумға тиклем күтәреү тураһында ла һүҙ бара.

Социаль темалар араһында – дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе һәр ваҡыттағыса киҫкен тора. Әлеге мәлдә депутаттар Министрҙар кабинеты менән берлектә яңы дарыуҙарҙы теркәү, ватан препараттарын патент менән яҡлау, дауаханаларҙа реаль конкуренцияны ойоштороу йәһәтенән ҡарарҙар әҙерләй. Бынан тыш, Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау комитетында дөйөм дарыуҙар страховкаһын индереүҙе тәҡдим итәләр. Тағы бер закон проекты әҙерләнә, ул һыҙлауҙы бөтөрөүсе дарыуға ҡағыла.

1,5-дан өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн пособиены күтәреү ҙә законға әүереләсәк. Һәм бының кеүек миҫалдар бихисап.

“Тура бәйләнеш” үтеп китте. Эфирҙа яңғыратылмаған һорауҙар бик күп. Улар буйынса әүҙем эш башланды, һәм ул кәмендә бер йыл дауам итәсәк. Ҡайһы бер төбәктәрҙә эш “тура бәйләнеш” көндө үк башланып, етешһеҙлектәр бөтөрөлөүе тураһында билдәле булды. Бына бит ул, Президент менән туранан-тура аралашыуҙың көсө!

#ВладимирПутин
Читайте нас: