Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
11 Июль 2019, 11:19

Кандидаттар теркәү дауам итә

Әлегә һигеҙ кандидат документ тапшырған

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көнгә Иван Сухарев (ЛДПР төбәк бүлексәһе), Юрий Игнатьев ("Ғәҙел Рәсәй"), Юнир Ҡотлоғужин (Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе), Владимир Кобзев ("Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн" партияһы), Владимир Барабаш ("Гражданлыҡ көсө" сәйәси партияһы), Зөлфиә Ғайсина ("Яблоко" партияһы), Рәфис Ҡадиров ("Рәсәй патриоттары" партияһы) Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәлеү өсөн документтарын биргән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кандидатлыҡҡа документтар 11 июлгә тиклем ҡабул ителә. Кандидат документ тапшырғандан һуң махсус комиссия ун көн эсендә уларҙы тикшереп, һөҙөмтәһен әйтә.

8 июлдә иһә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Радий Хәбировты ("Берҙәм Рәсәй" партияһы) Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәп, был турала танытма тапшырҙы.
Читайте нас: