Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Июль 2019, 19:09

Башлыҡ вазифаһына кемдәр дәғүә итә?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһына 11 кандидат теркәү өсөн кәрәкле документтарын тапшырғайны. Уларҙың һигеҙе генә тәүге һынауҙы үтә алды.

Һөҙөмтәлә Радий Хәбиров ("Берҙәм Рәсәй" партияһы), Иван Сухарев (ЛДПР төбәк бүлексәһе), Юрий Игнатьев ("Ғәҙел Рәсәй"), Юнир Ҡотлоғужин (Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы), Владимир Кобзев ("Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн" партияһы), Владимир Барабаш ("Гражданлыҡ көсө" сәйәси партияһы), Зөлфиә Ғайсина ("Яблоко" партияһы), Рәфис Ҡадиров ("Рәсәй патриоттары" партияһы) һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Сания Тимасова һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан. "Социаль яҡлау" сәйәси партияһынан кандидат Алексей Молокин һәм Рәсәй социалистик партияһынан Рәмилә Сәйетова теркәү өсөн тейешле документтар тапшырмаған.
Читайте нас: