Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
23 Июль 2019, 14:35

Башҡортостан һәм Франция хеҙмәттәшлекте нығыта

Радий Хәбиров Республика йортонда Францияның Рәсәйҙәге илсеһе Сильви Берманды ҡабул итте. Яҡтар иҡтисади, гуманитар һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте тикшерҙе.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һуңғы йылда Рәсәй һәм Франция менән тауар әйләнеше артты тип билдәләне. Республика был үҫештә ҡатнашырға әҙер һәм 23 июлдә төбәк етәксеһе Франция илсеһе менән бергә Бәләбәй һөт комбинатына йомшаҡ сырҙар етештереүгә беренсе таш һалыуҙа ҡатнаша. Уны деликатес сырҙар етештереү буйынса Savencia донъя лидеры менән хеҙмәттәшлектә асалар.

«Бында сыр етештереү буйынса Рәсәйҙә иң матур завод эшләйәсәкбеҙ», – тине компанияның генераль директоры Жан-Поль Торри.

Үҙ сиратында, Радий Хәбиров проектты тормошҡа ашырыу һәм яңы етештереү урындары асыу өсөн бөтә шарттар булдырырға вәғәҙә итте.

Төбәк хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажитдинов, Өфө мэры Өлфәт Мостафин һәм SUEZ компанияһының Рәсәй һәм БДБ төбәктәрендә бизнесты үҫтереү буйынса директоры Франсуа Кармантран Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡала мөхите менән идара итеү һәм етештереү эшмәкәрлегенән тупланған экологик зыянды бөтөрөү системаһын булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.

«Юл картаһына ҡул ҡуйыу менән беҙ мөһим аҙым яһайбыҙ, сөнки килешелгәнде ентекләп һәм бер-бер артлы ғәмәлгә ашыра башлайбыҙ», – тип төбәк башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте Франсуа Картмантрандың телмәренән өҙөмтә килтерә.

Өфө менән эшмәкәрлектә быға тиклем Дижонда ғәмәлгә ашарылған «Аҡыллы ҡала» проект һәм «Химпром» заводы биләмәһен экологик санациялау буйынса проект перспективалы йүнәлештәр булып һанала.

Башҡортостан һәм Франция бергәләп экологик туризмды үҫтерергә ниәтләй. Илсе Сильви Берманн юғары уҡыу йорттары араһында үҙ-ара эшмәкәрлеккә ышаныс, ә 39-сы гимназия нигеҙендә полилингваль кластар булдырыуҙа булышлыҡ итергә әҙерлеген белдерҙе.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сильви Берманға республиканың Австриялағы вәкиллеге тураһында һөйләне. Икенсеһе 2019 йылдың аҙағына тиклем Төркиәлә асылырға тейеш. Радий Хәбиров әйтеүенсә, вәкиллектәрҙең һөҙөмтәлелеген баһалағандан һуң уларҙы Азияның һәм Европаның башҡа илдәрендә ла асылыуы бар. Франция илсеһе уны киләсәктә Парижда асырға тәҡдим итте.

Шулай уҡ оҙаҡламай Өфөнөң һәм Бәләбәйҙең Savencia һәм SUEZ компанияларының төп офистары урынлашҡан Франция ҡалалары менән туғандаш мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килеүе ихтимал. Яҡтар Башҡортостандың бизнес-делегацияһы Парижға эш сәфәре менән барырға килеште, унда башҡа перспективалы документтар ҙа төҙөләсәк.
Читайте нас: