Үҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Путинға ышаныс тураһындағы һорауға респонденттарҙың - 73, Дмитрий Медведевҡа - 38,1, ЛДПР лидеры Владимир Жириновскийға - 35,5, КПРФ башлыгы Геннадий Зюгановҡа - 35,2, "Ғәҙел Рәсәй" етәксеһе Сергей Мироновҡа 28,7 процент ыңғай яуап биргән.
Шул ук ваҡытта Рәсәй сәйәсәтселәренә ышаныс рейтингында Президент күрһәткесе 31 процент тәшкил иткән. Исемлектә икенсе һәм өсөнсө урынды оборона министры Сергей Шойгу (13,7 процент) һәм Рәсәй тышкы эштәр министры Сергей Лавров (10,3 процент) алып тора.
Бынан тыш, Бөтә Рәсәй йәмәгатселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, июлдә Дәүләт думаһы эшсәнлеген хуплау дәрәжәһе 40 процентҡа (июнь айында – 36-ға) ҡәҙәр артҡан.