Дәүләт башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, хәрби диңгеҙселәрҙең тырышлығы илгә “бөйөк диңгеҙ дан-шөһрәте” алып килде, ләкин хәрби диңгеҙ көстәре үҫеше бының менән генә туҡталмаясаҡ.
“Беҙ алға табан барасаҡбыҙ. Оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән, уникаль мөмкинлектәре булған флот төҙөйәсәкбеҙ. Был көслө, суверен держава флоты буласаҡ”, - тине ул.
Рәсәй Президенты әйтеүенсә, ағымдағы йылда ғына ла Хәрби-Диңгеҙ флоты составы 15 карап һәм хәрби катерҙар менән тулыланған. Диңгеҙ авиацияһының инфраструктураһы ла яңыртыла. Ул парадта торған, уҙған йылда сафҡа баҫҡан “Советтар Союзы флоты адмиралы Горшков” Төньяҡ флот фрегатын өлгө итеп ҡуйҙы.