Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
5 Август 2019, 08:56

В.Путин саралар исемлеген раҫланы

Улар дөйөм дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡағыла.


* 2019 йылда Рәсәй Федерацияһының стратегик үҫешен тәьмин итеүсе төп йүнәлештәр буйынса дөйөм дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн норматив-хоҡуҡи базаны нығытыу маҡсатын ҡуйған федераль закон ҡабул итеүҙе тәьмин итеү;

* Рәсәй Банкы һәм Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә һанлы финанс активтарын көйләү һәм һанлы технологиялар ярҙамында финанс ресурстарын йәлеп итеүҙе яйға һаласаҡ федераль закон проекттарына ҡарата уртаҡ ҡараш булдырыу;

* Рәсәй Федерацияһы субъектарының башҡарма власть органдары менән берлектә, төбәк программаларына ярашлы, граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү, Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы, айырым категорияға ҡараусы гражданнарҙы ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлектәренә анализ яһау;

* Кәрәк тип табылған осраҡта, айырым категорияға ҡараусы граждандарҙы тейешле күләмдә ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлеү.

#нацпроекты;

#национальныепроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;

#ВладимирПутин
Читайте нас: