Владимир Путин әйтеүенсә, осрашыу уртаҡ социаль проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын, һөҙөмтәлелеген барлау өсөн алдан планлаштырылған булған.
Рауль Хаджимба Абхазияла бихисап социаль объекттар төҙөлөп бөтөп барыуын, энергетика системаһы яңыртылыуын, юлдар төҙөкләндерелеүен билдәләп үтте. Шулай уҡ оборона ведомстволарын, хоҡуҡ һаҡлау структураларын камиллаштырыу мәсьәләләре лә хәл ителә.
Абхазия етәксеһе даими ярҙам өсөн Рәсәйгә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Билдәле булыуынса, 2008 йылдың 26 авгусында Рәсәй Президенты Абхазияның бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ошо уҡ йылдың 9 сентябрендә дипломатик мөнәсөбәттәргә нигеҙ һалынды.