Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Август 2019, 08:57

Владимир Путин: “Тыйыу ғәмәлдә ҡала”

Грузия Премьер-министры Мамука Бахтадзе Рәсәйҙән сәйәхәтселәр һаны кәмеүгә бәйле ил туризмының юғалтыуҙары күләменә баһа бирҙе.

“Туризм өлкәһендәге әүәлге үҫеште мотлаҡ кире ҡайтарыу сараһын күрәсәкбеҙ. Июль айындағы мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, был сектор 60 миллион долларға тиклем зыян күргән, әммә июндә Аджарияла ыңғай тренд күҙәтелгән. Унда, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, туризм 40 процентҡа үҫкән”, – тигән өҙөк килтерә Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте Бахтадзеның телмәренән.

Премьер-министр туризм өлкәһендәге эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләне.

Хөкүмәткә һәм Рәсәйгә ҡаршы акциялар Грузияның баш ҡалаһында 20 июндә башланғайны. Ошоға бәйле Владимир Путин илебеҙ авиакомпанияларына Грузияға осоуҙы тыйған ҡарарға ҡул ҡуйҙы, ә Транспорт министрлығы Грузия ташыусыларының Рәсәйгә осоштарын туҡтатты. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Грузия Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәрткәс кенә тыйыуҙы ғәмәлдән сығарыу хаҡында уйлаясаҡтар.

Грузия статистикаһына ҡарағанда, былтыр илдәге һәр бишенсе турист (21%) Рәсәйҙән килгән.

#Владимир Путин
Читайте нас: