Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
23 Август 2019, 09:08

Путин Мозамбик президенты менән осрашты

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Мозамбик президенты Филипе Ньюси менән осрашты һәм 24 октябрҙә Сочиҙа үтәсәк “Рәсәй-Африка” беренсе саммитына әҙерлек барышы тураһында фекер алышты.

РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков белдереүенсә, Мозамбикта 15 октябрҙә президент һайлауҙары үтергә тейеш һәм Ньюси үҙе саммитта ҡатнаша алмаясаҡ, шул сәбәпле ике ил лидерының осрашыуы алдан үтәсәк.

Ньюси Рәсәйгә сәфәре мәлендә ике ил эшҡыуарҙары ҡатнашлығында үткән РФ - Мозамбик эшлекле форумында ҡатнашты. Осрашыуҙар барышында хөкүмәт-ара һәм ведомство-ара эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

#ВладимирПутин
Читайте нас: