Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Август 2019, 09:22

Йыһанда ла... енәйәт ҡылып була

Матбуғат саралары йыһан һынлы йыһанда яһалған тәүге енәйәт хаҡында хәбәр итә. Һүҙ күк киңлегенә тиң ҙур ғәмәл хаҡында бармай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Барыһы ла күпкә ябайыраҡ.

Эш шунда: АҠШ астронавты Энн Маклейнды Халыҡ-ара йыһан станцияһы бортында булған килеш ҡатыны Саммер Уордондың банк иҫәбенә инә алған, тип ғәйепләйҙәр. Бер енесле никахта торған ҡатындар әле айырылышыу процесында, имеш.

Уорден хәбәр итеүенсә, USAA Bank уның адвокаттарына Маклейндың ингәнен иҫбатлаған факттарҙы биргән. Ошонан сығып, Уорден АҠШ-тың Федераль сауҙа комиссияһына ялыу яҙған, шәхси мәғлүмәтте урлағандар, тип белдергән. Шул уҡ ваҡытта уның банк иҫәптәрендәге аҡса сараларына теймәгәндәр. Уның ата-әсәһе тикшереү үткәрһәндәр өсөн НАСА-ға ла ялыу яҙған.

“Энн Маклейн – ғәмәлдәге астронавт. НАСА хеҙмәткәрҙәренең шәхси тормошона ҡыҫылмай”, – тип яуап биргәндәр унда.

Энн Маклейндың адвокаты иһә уның клиенты банк иҫәптәрен тикшергән, шул иҫәптән ҡатыны Саммер Уордондыҡын да, тип белдерә. Быға тиклем улар уртаҡ пароль менән ҡулланған, ә хәл айырылышыуға барып еткәс, Уордон пароль менән ҡулланыуҙы тыйған, әммә был хаҡта Макклейнды иҫкәртмәгән, имеш.

Бер енесле никах 2018 йылда теркәлгән, ҡатындар бергәләп Уордендың алты йәшлек улын тәрбиәләгән. Энн Макклейн иһә Халыҡ-ара йыһан станцияһында ете ай үткәргән, Ергә быйыл июндә генә ҡайтҡан.
Читайте нас: