Владимир Путин: “Гранин арҙаҡлы шәхес һәм бөйөк яҙыусы ине”
Рәсәй Президенты Владимир Путин Курск өлкәһендә яҙыусы Даниил Гранинға арналған музей комплексын төҙөү башланғысын хупланы. Был тема уның Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Старовойт менән әңгәмәһендә күтәрелгәйне.