Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
3 Сентябрь 2019, 09:12

Кандидаттар майҙан тотасаҡ, алыш ҡыҙыу булмаҡсы... Радий Хәбиров килә

Һайлау алды кампанияһы финиш һыҙығына сыҡты. Башҡортостан Башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар үҙҙәренең программаларын халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары аша тѳрлѳсә еткереп килә.

Ә иң ҡыҙыу сара алда тора – 5 сентябрҙә республика Башлығына дәғүә иткән кандидаттар араһында Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр фекер алышыу уҙасаҡ.

Сәйәсмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ кандидаттар һайлау алды кампанияһының тыныс барыуы хаҡында белдерә. Республика Башлығына кандидат Владимир Барабаш “Фейсбук”тағы сәхифәһендә фекер алышыуҙар күңелһеҙ үтә тип ризаһыҙлыҡ белдергән, хатта Радий Хәбировты “бәхәс”кә саҡырып, “властҡа уңайһыҙ һорауҙар”ға яуап ишеткеһе килә. Кѳтмәгәндә Радий Фәрит улы Владимир Барабаштың был саҡырыуын ҡабул итте, шулай уҡ башҡа кандидаттар ҙа был күҙгә-күҙ осрашыуҙа ҡатнашыу теләген белдерҙе.

Республика Башлығы вазифаһына дәғүә иткән һигеҙ кандидат бер урынға йыйылып, бер-береһе менән бәхәс ҡорасаҡ. Әлбиттә, осрашыу бик ҡыҙыу булмаҡсы. Унда тамашасы ҡатнашыуы әлегә ҡаралмай, студияла кандидаттар һәм ике алып барыусы буласаҡ.

Һорау биреп буламы? Эйе. Кандидаттарҙың һәр береһе менән социаль селтәр аша бәйләнешкә инергә мѳмкин.

Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ: фекер алышыу 5 сентябрҙә 19.30 сәғәттә БСТ, “Башҡортостан-24”, РБК, “Вся Уфа”, UTV телеканалдарында, шулай уҡ YouTube, “Бәйләнештә”, Facebook социаль селтәрҙәрендә күрһәтеләсәк.

Ғѳмүмән, кандидаттар бер майҙанда осрашасаҡ, алыш ҡыҙыу булмаҡсы. Йыл фекер алышыуын ҡалдырмағыҙ.
Читайте нас: