Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Сентябрь 2019, 10:00

Владимир Путин кемгә өҫтәмә аҡса түләргә ҡушты?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.Өҫтәмә аҡса тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә тейеш.

Президент шулай уҡ ауыл ерендәге, Алыҫ Төньяҡтағы, Арктикалағы эшселәр ҡасабаларындағы һәм транспорт үтеп инә алмаған төпкөл биләмәләрҙәге медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған компенсациялар буйынса өҫтәмә коэффициентты ғәмәлгә индереүгә ҡағылышлы күрһәтмә бирҙе. Бынан тыш, Владимир Путин бындай хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау сараһын күреү, шул иҫәптән торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.

Торлаҡты тәүге медицина-санитария ярҙамы ойошмаларында кәмендә бер ставкала ун йыл эшләгәндән һуң шәхси милеккә күсерергә мөмкин буласаҡ. Ил етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларын баҡсаларҙа һәм мәктәптәрҙә урындар менән беренсе сиратта тәьмин итергә ҡушты. Мәғлүм булыуынса, был категорияға ашығыс медицина, поликлиника табиптары, акушерҙар, фельдшерҙар, санитарҙар һәм башҡалар инә.

#ВладимирПутин
Читайте нас: